+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2020, 00:40

Сибайҙа реабилитация үҙәге буласаҡ

Урал аръяғында йәшәүсе мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк.

Урал аръяғында йәшәүсе мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн заманса реабилитация үҙәге төҙөләсәк.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Сибайға эш сәфәре барышында ҡала мэры Рөстәм Афзалов мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн күп функциялы реабилитация үҙәге төҙөү проектын тәҡдим итте.
Үҙәк үҙенсәлекле балалар менән эшләүсе бер нисә учреждениены: коррекция мәктәбен, Республика дистанцион уҡыу үҙәген, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалын, Сибай зона психологик-медицина-педагогик комиссияһын бергә туплаясаҡ.
Үҙәк көн һайын 300 бала килеүенә иҫәпләнгән, 40 бала бында тәүлек әйләнәһенә була ала.
Объект буйынса проект-тикшеренеү эштәрен сентябргә тамамлау күҙ уңында тотола. Радий Хәбиров реабилитация үҙәге төҙөүҙе 2021 йылға Республика адреслы инвестиция программаһына индерергә ҡушты.
“Үҙенсәлекле балаларҙың әсәйҙәре менән осрашҡанда мин заманса өс реабилитация үҙәге төҙөргә вәғәҙә иттем. Өфөлә был йәһәттән эш алып барабыҙ ҙа инде. Ә Сибайҙа проектлауҙы тамамлайбыҙ. Өсөнсөһө буйынса техник задание әҙерләйбеҙ. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ уларҙы төҙөйәсәкбеҙ”, – тине республика етәксеһе.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: