-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 01:27

Вирус тиҙерәк бөтһөн, тип

Башҡортостанда дөйөм файҙаланыу урындарын санитар эшкәртеү дауам итә.

Башҡортостанда дөйөм файҙаланыу урындарын санитар эшкәртеү дауам итә.
Республика район һәм ҡалаларында йорт ихаталары, подъездар, урамдар, кварталдар араһындағы юлдар һәм тротуарҙар дезинфекциялана. Муниципалитеттар вәкилдәре, Өфөгә килеп, “Башфармация” предприятиеһы келәттәренән һиптергестәр, шәхси һаҡланыу әйберҙәре, дезинфекциялаусы саралар алып ҡайта.
Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте санитар эшкәртеүгә аҡса Башҡортостан бюджетынан бүленгән.
Республикала барлығы 49 меңгә яҡын подъезды дезинфекциялау талап ителә. Уларҙа иҙәндәр, ишектәр, ишек һәм тәҙрә тотҡалары, почта йәшниктәре, тәҙрә төптәре, домофондар, кодлы йоҙаҡтар, яндауырҙар, лифтҡа идара итеү панелдәре аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр эшкәртелергә тейеш.
Был тәҡдимдәр “Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм файҙаланыу урындарына, кесе архитектура формаларына, эскәмйәләргә һәм төҙөкләндереүҙең башҡа элементтарына дезинфекция үткәреү буйынса регламент”та билдәләнгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: