-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 22:18

Эш сәфәре менән Сибайҙа

Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибайҙа булды. Был иһә етәксенең төбәктә барған ҡеүәтле төҙөлөштәр, биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре, социаль һәм мәҙәни объекттар менән танышыуы.

Республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибайҙа булды. Был иһә етәксенең төбәктә барған ҡеүәтле төҙөлөштәр, биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре, социаль һәм мәҙәни объекттар менән танышыуы. Коронавирус пандемияһына тиклем Радий Фәрит улы аҙна һайын, даими рәүештә район- ҡалаларға сыға ине. Республика етәксеһенең билдәләүенсә, бер аҙ тәнәфес булып алды, хәҙер эш сәфәрҙәре ҡайтанан тергеҙеләсәк.
-Бөгөн Сибайҙабыҙ. Каръерҙағы хәлдәрҙән һуң ҡаланың проблемалары миңә яҡын. Бында беҙ бик йыш була торғайныҡ. Хәҙер ҙә Сибайҙа социаль мөһим объекттарҙың төҙөлөшө бара. Ул “Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә Төйәләҫ йылғаһы биләмәләрен төҙөкләндереү, йәшелләндереү эштәре, “Шифа” балалар һауыҡтырыу лагерын уҡыусыларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итерлек итеп үҙгәртеү, шарттар тыуҙырыу, 2015 йылда янғындан зыян күргән Сибай дәүләт филармонияһының бинаһын тергеҙеү һәм яңы корпусын төҙөү , “Ирәндек” йәштәр клубының бинаһын төҙөкләндереү эштәре тора. Һуңғыһын, ҡала өсөн мөһим объектты, социаль маҡсатлы программалар Фонды финансланы. Был фонд республиканың «Башнефть”, УГМК кеүек эре предприятиелары иҫәбенә тулылана. Улар юлдар төҙөлөшөнә, социаль объекттарҙы яңыртыуға һәм төҙөүгә ресурстар менән ярҙам итә.
Был объекттарҙың күбеһе Сибай ҡалаһының 65 йыллығына әҙер булырға тейешле. Уны төбәк йәй аҙағында билдәләргә йыйына.
Республика башлығын эш сәфәрендә “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтенең етәксеһе Хәсән Татриев оҙатып йөрөнө. Сөнки республикабыҙҙың көньяғында алып барылған ҡайһы бер төҙөлөштәр, шул иҫәптән “Башнефть” бүлгән аҡсаларға ла һалына. Радий Фәрит улының әйтеүенсә, был иһә республика өсөн ярайһы ҙур ярҙам.
-Киләсәктә лә Урал аръяғын үҫтереү буйынса берлектәге эшмәкәрлек дауам итер тип ышанам, -тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в