+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2020, 01:54

Башланғыс кластар өсөн быйылғы уҡыу йылы тамам

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте”ндә башланғыс кластар өсөн уҡыу йылының уңышлы тамамланыуын хәбәр итте.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте”ндә башланғыс кластар өсөн уҡыу йылының уңышлы тамамланыуын хәбәр итте. Радий Фәрит улы барлыҡ мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәрен: уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, ата- әсәләрҙе ошо иҫтәлекле көн менән ҡотлаған.
Был турала бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ла яҙып сыҡты:
-Ҡурсаланыу шарттарында дистанцион белем алыу тап бәләкәйҙәр өсөн ауыр һынау булды, балаларҙы ҡотлайыҡ,- тигән Эльвира Ринат ҡыҙы.
“Мәғариф сәғәте”ндә билдәнеүенсә, берҙәм дәүләт имтихандары быйыл 29 июндән 20 июлгә тиклем буласаҡ. Уны ла юғары уҡыу йортона инәсәк уҡыусыларҙың ғына тапшырыуы мөмкин.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Президент Владимир Путиндың тәҡдимен тормошҡа ашырыу маҡсатында, вуздарҙа бюджет урындарын арттырыу тураһында ла һүҙ барҙы. Унда сығарылыш уҡыусыларының 60 проценты дәғүә итерлек булырға тейеш.
Йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерҙары 13 июлдән эш башлауы ихтимал. Ә 1 июндән уҡыусылар өсөн онлайн- сменалар асыласаҡ.
-Ә бына мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау, сығарылыш кисәләре хаҡында тыйылып тороу фарыз. Кисектереү сараларын йомшартыу хаҡындағы ҡарар тик июлдә генә ҡабул ителәсәк. Ул да илдәге дөйөм хәлгә бәйле,- тип яҙған Эльвира Айытҡолова.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: