+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 11:50

Указдағы үҙгәрештәр ни хаҡында?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы Указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирҙәре булғандар, шулай уҡ улар менән даими йәшәүселәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы һаҡлана (аҙыҡ-түлек, дарыу алыу, элемтә салондарына мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ баҡсаға, дачаға, ҡала ситендәге йортҡа барыу иҫкәрмә булып тора).
Шул уҡ ваҡытта эштә булыуҙары мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләнгән етәкселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ҡурсаланыу режимы ҡағылмаҫҡа ла мөмкин.
Бынан тыш, обсервация үткән вахта эшселәре лә йәшәү урыны буйынса 14 көн дауамында ҡурсаланыу режимын күҙәтергә тейеш.
Граждандарға өйҙән сыҡҡас битлек кейеү мотлаҡ. Ә магазиндарҙа, медицина һәм финанс ойошмаларында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм халыҡ күп булған башҡа урындарҙа, йәмәғәт транспортында һәм таксиҙа бирсәткә кейеү ҙә талап ителә.
Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортына сит дәүләттәрҙән, Мәскәүҙән, башҡа төбәктәрҙән ҡайтыусылар самолет бортында мотлаҡ температураларын үлсәтә, шунан аэропорт терминалында COVID-19-ға лаборатор тикшереү үтә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: