+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 12:40

Сик һаҡсылары ла өйҙә байрам итә

Әрме хеҙмәтендә булып ҡайтҡан десансылар һәм сик буйы һаҡсылары үҙҙәренең байрамын киң һәм ихлас билдәләргә күнеккән. Был йәһәттән улар башҡа төр ғәскәр частарында ватан һағында торған ир-егеттәрҙән ныҡ айырыла.

28 май - Сик һаҡсылары көнө. Быйыл ул рәсьми билдәләнмәй, тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә. «Аңлайым, осрашып, йәшлекте, армияла хеҙмәт иткән йылдарын иҫкә төшөү һәйбәт йола, ләкин быйыл һеҙҙән йыйылмауығыҙҙы һорайым. Элеккесә күмәкләшеп һәйкәлдәргә бармағыҙ. Был етди мәсьәлә. Юғиһә һәйкәлдәрҙе ябырға һәм башҡа саралар күререгә тура килер», - тине ул, сик буйы ғәскәре ветерандарына һәм кисәге йәш һалдаттарға мөрәжәғәт итеп.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: