Президент Владимир Путин, Рәсәй бушлай белем алыу мөмкинлеген киңәйтәсәк, тәғәйенләп бүленгән ярҙам сараларының мәғариф системаһына барып етеүен үҙем шәхсән контролда тотасаҡмын, тине сираттағы хөкүмәт кәңәшмәһе барышында.
Коронавирус таралыу шарттарында дистанцион уҡыу үҙен аҡланы, тигән фекер әйтеп, ил башлығы, беҙ уникаль тәжрибә тупланыҡ был йәһәттән, уның сифатын яҡшыртырға һәм балалар, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, был заман технологияһын, иң алдынғы уҡытыусыларҙан дәрес ала алһын өсөн, ҡулланырға тейешбеҙ, тине.
Президент шулай уҡ, Рәсәйҙә бушлай юғары белем алыу мөмкинлеге киңәйәсәк, тип белдерҙе. Хөкүмәткә банктар менән берлектә түләүле уҡыу өсөн алынған маҡсатлы кредит ставкаһын 8 проценттан 3 проценҡа тиклем кәметеү сараһын күрергә ҡушты.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: пандемия осоронда өҫтәмә килемдәрен юғалтҡан юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеү маҡсатында бюджеттан 42 млрд һум аҡса бүленә.