+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 17:22

Коронавирусҡа бәйле хәл ниндәй?

22 майға ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 2 514-ға етте.

22 майға ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 2 514-ға етте. Һуңғы тәүлектә улар 90-ға артҡан.
Әлеге мәлдә республикала 1 704 кеше коронавирус менән сирләй. Эпидемия башланғандан алып 792 ауырыу һауыҡҡан. Тәүлек эсендә вафат булыусылар юҡ (сир тарала башлағандан бирле барлығы 18 яҡташыбыҙ донъя ҡуйҙы).
Аҙаҡҡы тәүлектә Рәсәйҙә COVID-19 8 894 кешелә табылған. Коронавирус диагнозы, тотош алғанда, бөтәһе 326 448 ауырыуға ҡуйылған. Тәүлек эсендә илдә унан 150 сырхауҙың ғүмере өҙөлгән. COVID-19 ҡорбандарының дөйөм һаны – 3 249.
Рәсәйҙә был мәкерле вирусты еңеп, һауығыусылар бөгөнгө көнгә йәмғеһе – 99 825. Һуңғы тәүлектә сәләмәтләнеүселәр 7 144-кә күбәйгән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: