+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 14:25

Ишембайҙа ҡеүәтле төҙөлөш бара

Торлаҡ- коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды - дәүләт корпорацияһы идаралығының ҡарары менән, Ишембайҙа канализация-таҙартыу ҡоролмаларын ҡайтанан төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе башлау 2019 йылдың август айында уҡ хупланған. Проекттың хаҡы - 307,2 миллион һум.

Фонд аҡсалары дөйөм хаҡтың 60 процентын тәшкил итә. Был иһә - 184 миллион һум.
-Проект бик ҡеүәтле. Уны Фондтың ярҙамынан тыш үҙаллы йырып сығыу бик ауырға төшөр ине. Беҙҙең төп бурыс- кешеләргә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. Фонд ярҙамы менән барыһы ла килеп сығыр тип ышанам. Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы бара, бөгөн уның аныҡ һөҙөмтәләрен күрергә мөмкин, - тине Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры, республиканың торлаҡ-коммуналь министры Борис Беляев эштәр менән танышыу барышында.
Төҙөлөш объектында инженер селтәрҙәренән алып бөтә ҡоролмалар ҙа алмаштырыласаҡ. Эштәр яңы технологиялар буйынса алып барыла. Төҙөлөш-монтаж эштәре былтыр декабрь айында башланған, уны тамамлау 2021 йылға тәғәйенләнгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: