Республикала “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы бара. Ул 22 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Бынан тыш, БР Урман хужалығы министрлығы “Башҡортостан урмансылары – һуғыш Геройҙары иҫтәлегенә” акцияһын да уҙғара. Урман фонды биләмәһендә тематик ағас ултыртыу республиканың конкрет муниципаль райондарының Советтар Союзы Геройҙарына арналған иҫтәлекле баннерҙар ҡуйыу менән тамамлана.
Әле һуғыш геройҙары иҫтәлегенә 300 гектар майҙанда 1,2 миллион ағас ултыртылған һәм 140 баннер ҡуйылған. Муниципалитеттар шулай уҡ парктарҙа, скверҙарҙа, ҡала урмандарында Советтар Союзы Геройҙары хөрмәтенә исемләп ағас ултыртыу башланғысын да әүҙем күтәреп алды.
Яҡындағы ағас ултыртыу урынын https://садпамяти2020.рф/ һылтанмаһы буйынса рәсми сайтта табырға мөмкин. Унда ағас ултыртыуҙың көнө, ваҡыты, бәйләнеш өсөн телефондар күрһәтелгән. Был сайтта теркәлеп, кемгә бағышлап ағас ултыртҡанығыҙҙы һөйләргә, электрон сертификат алырға мөмкин. Артабан күрһәтелгән көндә урман ултыртҡан ергә киләһегеҙ. Ойоштороусылар кәрәк-яраҡ бирә, ирекмәндәр инструктаж үткәрә.
Республикала үҙҡурсаланыу шарттарында акцияға ҡушылырға теләгәндәр үҙҙәренең баҡсаһында, өй янындағы ерҙә ағас ултыртып, уны интерактив картаға индерә ала.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһын Президент гранттары фонды ярҙамында “Еңеү волонтерҙары” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте һәм Еңеү полководецтары иҫтәлеге фонды ойоштора. Акцияның маҡсаты – Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вафат булған 27 миллион ватандашыбыҙҙың һәр береһе иҫтәлегенә 27 миллион ағас ултыртыу.
Урман хужалығы федераль агентлығы һәм РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының, илдең йәшел фондын һаҡларға, ултыртылған ағастар һанын арттырырға, тигән төп бурысына тап килгән акцияны үткәреүҙә ярҙам итә.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.