Хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус йоҡтороусылар республиканың иң яҡшы шифаханаларында сәләмәтлектәрен нығыта аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә шул турала белдерҙе. Һүҙ иң элек табиптар, социаль хеҙмәткәрҙәр, волонтерҙар, Роспотребнадзор һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тураһында бара. Башҡортостан Хөкүмәтенә был маҡсатта аҡса бүлеү йөкмәтелде.
–Миңә һеҙҙең ведомстволарҙа хеҙмәт бурыстарын башҡарғанда күпме кешенең коронавирус менән ауырыуын асыҡ белергә кәрәк, – тине республика етәксеһе. – Әле күрелгән ярҙам сараларынан тыш, шифаханалар асылыу менән, уларҙың береһен йәки икеһен был хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн билдәләргә ҡарар иттем.
Был маҡсатта “Янғантау”, “Красноусол”, “Йоматау” шифаханаларының береһе ҡаралыуы мөмкин.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.