+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 10:10

Йылҡысылыҡҡа ярҙам

Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында аттар һаны буйынса икенсе урында тора. Республикала 112 мең баш йылҡы малы һанала. 3 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә, был йәһәттән беҙгә еткәне юҡ. Рәсәйҙә етештерелгән ҡымыҙҙың яртыһы тиерлек Башҡортостанда бешелә.

Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында аттар һаны буйынса икенсе урында тора. Республикала 112 мең баш йылҡы малы һанала. 3 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелә, был йәһәттән беҙгә еткәне юҡ. Рәсәйҙә етештерелгән ҡымыҙҙың яртыһы тиерлек Башҡортостанда бешелә.
Йылайыр районында йәшәгән Марат Абдулов 1998 йылдан бирле ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Крәҫтиән-фермер хужалығында бөгөн 112 башҡорт тоҡомло ат бар, шуның 86-һы – һауын бейәләре. Йылҡы фермаһында ике көтөүсе, ике һауынсы, тракторсы эшләй. Эшселәр өсөн көнкүреш шарттары булдырылған: айырым бүлмәле өйҙәр, ашхана төҙөлгән.
Йәй көнө бында көнөнә 120 литр ҡымыҙ етештерәләр. Шифалы эсемлекте традицион технология буйынса, ҡул менән бешәләр. Ҡымыҙҙы ошо тирәләге халыҡ, шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр һатып ала.
Фермер хужалығы башлығы производствоны киңәйтергә йыйына. Һауын бейәләре һанын 100 башҡа еткерергә, 200 литр ҡымыҙ алырға, йыл әйләнәһенә шифалы эсемлек етештерергә мөмкин булған ҡымыҙ цехы төҙөргә уның ниәте.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, республикала 2019 – 2020 йылдарҙа йылҡысылыҡ өлкәһенә 178,6 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ҡымыҙ етештереү һәм һатыу, шулай уҡ ипподромдарҙа тоҡомло аттарҙы һынап ҡарау, призлы аттарҙы һәм тоҡомло йәш аттарҙы һатып алыу өсөн субсидиялар ҡаралған.
Үткән йылда “Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡты үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға 27,2 миллион һум дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән. Йылҡысылыҡ буйынса эш башлағандар “Агростартап”, “Башлаусы фермер” кеүек гранттар программаларында ла ҡатнаша ала. Был программалар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙам итә.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: