+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 19:03

Вирус һаман бирешергә теләмәй

Яҙғы ҡояшҡа, йәшеллеккә ирәйеп, урамдарҙа битлек кеймәйенсә йөрөүселәргә ҡарайһың да: “Коронавирус әле бирешергә уйламай, һаҡланығыҙ!” – тип әйтке килә. Республикабыҙҙа тәүлек эсендә ул тағы 89 кешене аяҡтан йыҡҡан.

21 майға ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 2 424-кә еткән. Дауаханаларҙа 694 ауырыу ята. 171-енең хәле ҡәнәғәтләнерлек, 488-енең – уртаса ауырлыҡта, 35-енең – ауыр килеш ҡала, шуларҙың туғыҙы үҙ аллы тын ала алмай – яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.
Сирҙе еңел кисереүселәр өйҙәрендә дауалана. Улар меңгә яҡын, теүәлерәк әйткәндә, 920. Һуңғы тәүлектә тағы ла 30 кеше дауахананан сыҡҡан. COVID-19 инфекцияһынан ҡотолоусылар барлығы - 792.
Тәүлек эсендә вафат булыу осраҡтары юҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: