Мәсетле районының “Ҡарағай” шифаханаһы 7 майҙан Яҡутстандың Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың “ваҡытлыса өйөнә” әйләнде.
Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 180 кеше ошонда обсерваторға урынлаштырылды. Улар душ, интернет, телевизор булған уңайлы бүлмәләрҙә йәшәне.
Вахтасылар өсөн ризыҡтар, төрләндереп әҙерләнеп, бүлмәләренә килтереп бирелгән. Теләүселәр шулай уҡ үҙҙәренә кәрәк әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте онлайн һатып алыу мөмкинлегенә лә эйә булған.
Бөтәһе лә шифаханаға килгәндә һәм унынсы көндә коронавирусҡа анализ биргән. Береһендә лә COVID-19 табылмаған. Уларҙың һаулыҡтары даими күҙәтеү аҫтында булған, көнөнә ике тапҡыр температураларын үлсәп торғандар.
Обсерваторҙа 14 көн йәшәгәндән һуң, бөгөн, вахтасылар өйҙәренә юлланған. Барыһының да кәйефтәре күтәренке, сәләмәтлектәре яҡшы. Күбеһе артабан шифаханаға ғаиләләре менән килергә теләй. “Яҡын кешеләребеҙгә лә “Ҡарағай”ҙа ял итергә кәңәш бирәсәкбеҙ”, – ти улар.