0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 10:45

Сәнәғәткә ярҙам маҡсатында

Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фондында “Эпидемия сирҙәренә ҡаршы тороу” һәм “Кризисҡа ҡаршы саралар” тигән яңы программалар барлыҡҡа килде.

Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондында “Эпидемия сирҙәренә ҡаршы тороу” һәм “Кризисҡа ҡаршы саралар” тигән яңы программалар барлыҡҡа килде.
Улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Тышҡы факторҙарҙы, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәлде иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы иҡтисады тотороҡлоғон күтәреү буйынса беренсе сираттағы саралар хаҡында”ғы Күрһәтмәһенә ярашлы булдырылған.
“Эпидемия сирҙәренә ҡаршы тороу” программаһы эпидемиологик ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн ҡорамалдар, уларҙан һаҡланыу, профилактика һәм дауалау өсөн продукция, вируслы инфекцияларҙың таралыуына ҡаршы тороу өсөн шәхси ҡурсаланыу саралары, дарыуҙар һәм медицина әйберҙәре, башҡа продукция етештереүсе компанияларҙы финанслауға йүнәлтелә.
“Кризисҡа ҡаршы саралар” программаһы маҡсаты – тышҡы факторҙарҙы иҫәпкә алып, иҡтисадтың реаль секторының тотороҡло эшләүенә булышлыҡ итеү, сәнәғәт производствоһын булдырыу, киңәйтеү йәки яңыртыу буйынса проекттарға финанс ярҙамы күрһәтеү, продукция етештереү күләмен арттырыу, республика сәнәғәт предприятиеларына Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фондынан маҡсатлы займдарҙы ябайлаштырылған тәртиптә биреп, уларҙы әйләнештәге саралар менән тәьмин итеү.
Проекттар тиҙләтелгән тәртиптә ҡарала. Ойошмалар льготалы займды кәрәкле ҡорамал, сеймал, материалдар, шулай уҡ мөһим сит ил продукцияһын һатып алыу өсөн тотона ала.
Мәҫәлән, “Эпидемия сирҙәренә ҡаршы тороу” программаһына ярашлы, Фонд Өфөләге “Фабрик Косметикс” предприятиеһы һәм Ҡырмыҫҡалы районындағы “Дэлекса” йәмғиәте проекттарына 20,1 млн һум аҡса бүлгән. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ул компанияларға коронавирус эпидемияһы шарттарында һорау ныҡ артҡан дезинфекция сараларын һәм антисептиктарҙы етештереү ҡеүәтен арттырыу мөмкинлеген бирә.
Фото БР Сәнәғәтте үҫтереү фонды сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: