Быйыл көҙ Татарстанда республика етәксеһе һайлауҙары үтә. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең тик ошо төбәге, беҙҙең күршеләр, иң юғары вазифалағы кешене әле лә, “президент”, тип ҙурлап йөрөтә.
Рөстәм Минниханов Татарстан Президенты вазифаһына тағы дәғүә итмәксе икән. Был турала ул кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин алып барған видеокәңәшмәлә белдереү яһаны һәм ил етәксеһенең фатихан алды.
Юғары власҡа ул 2010 йылда, тәүге Президент Минтимер Шәймиев киткәндән һуң, килгәйне. Ул саҡта төбәк етәкселәре Мәскәүҙән тәғәйенләнеп ҡуйылды. 2015 йылдағы һайлауҙарҙа Рөстәм Минниханов, һайлаусыларҙың 94 процент тауышын йыйып, вазифала ҡалды.
Республиканың Конституцияһында, юғары вазифаны кеше ике мөҙҙәттән дә артыҡ биләй алмай, тип яҙылған. Татарстан Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары Юрий Камалтынов билдәләүенсә, тәүге тапҡыр тәғәйенләп ҡуйылғанлыҡтан, Рөстәм Минниханов һайлауҙар аша тағы вазифаға дәғүә итә ала икән.