+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 11:52

Ниһайәт, тыуған илгә ҡайталар

Сит илдәрҙән эпидемия арҡаһында ҡайта алмай зарыҡҡан Рәсәй туристарын тыуған илебеҙгә сығарыу дауам итә. 22 майҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ҡалған Башҡортостан кешеләрен Рәсәйгә алып ҡайтасаҡтар.

Яҡташтарыбыҙҙың теүәл һаны хәбәр ителмәй, уларҙың бер нисә тиҫтә булыуы мөмкин. Был турала республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдерҙе.
– 22 майҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән Мәскәүгә махсус рейс ойошторола. Туристар Аэрофлот йәки “Рәсәй” компанияһы самолетында ҡайтасаҡ.
Улар, килеп төшкәс, Мәскәү өлкәһендәге обсерваторҙа күпмелер ваҡыт йәшәйәсәк. Шунан инде Башҡортостанға юлланасаҡ, – тине ул.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: