Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина, республикала тауыш биреүҙәр барышын күҙәтеү өсөн 15 мең кеше кәрәк буласаҡ, тине. Әлеге ваҡытта тейешле хеҙмәттәр күҙәтеүсе булырға теләүселәрҙән дистацион ғаризалар ҡабул итә. “Йәмәғәт палатаһы профсоюздар, йәш студент-сәйәсмәндәр лигаһы һәм башҡа 22 эре йәмәғәт берекмәләре менән килешеү төҙөгән. Күҙәтеүселәр булып йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән тыш, сәйәси фирҡәләр ҙә, үҙаллы физик шәхестәр ҙә була ала. Ғаризалар 27 марттан башлап ҡабул ителә. Уның формаһы
https://op.bashkortostan.ru/сайтында бар”, - тип белдерҙе Ольга Панчихина.