Өфөлә ирекмәндәрҙең Евразия форумы үтәсәк. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр менән онлайн-осрашыуҙа белдерҙе.
Осрашыуҙа пандемия шарттарында кешеләргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙыстандың ирекмәндәр ойошмалары вәкилдәре уртаҡлашты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров:
-Август-сентябрь айҙарында Өфөлә Евразия илдәренең делегациялары ҡатнашлығында ирекмәндәрҙең слетын йәки форумын үткәрәйек. Йәштәр, осрашып, тәжрибә уртаҡлашһын, хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйһын. Беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнәһе нәмәләр күп. Һеҙҙе Башҡортостанда көтөп ҡалабыҙ, - тине.
Форумды ойоштороу һәм үткәреүҙе Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына йөкмәтте.
Фото Башинформдан алынды.