Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 12:10

Илдең төп законына үҙгәрештәр индереү йәнә иғтибар үҙәгендә

21 май Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә тауыш биреүгә бәйле йәмәғәт күҙәтеүенә әҙерлек буйынса эксперттар һәм йәмәғәселәрҙең онлайн-осрашыуы үтә.

21 май Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә тауыш биреүгә бәйле йәмәғәт күҙәтеүенә әҙерлек буйынса эксперттар һәм йәмәғәселәрҙең онлайн-осрашыуы үтә.
Осрашыу барышында демократия проблемаларын тикшереү Фондының сикләү саралары шарттарында тауыш биреүгә әҙерләнеү хаҡындағы докладын һәм “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһының яңы мәғлүмәттәрен тыңларға мөмкин.
Илдең төп законына үҙгәрештәр буйынса фекер алышыуҙарҙа Мәскәү эксперттары ла, шулай уҡ республиканың юристары, политологтары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша.
Онлайн-осрашыу асыҡ дистанция режимда үтә.Тимәк, унда теләге булған барлыҡ кешеләр ҙә ҡатнаша ала.
Алдан яҙылыу һәм аккредитация үтеү өсөн телефон: 79870538627
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: