Көн һайын республиканың муниципаль райондарына сауҙа объекттарын күҙәтеү өсөн БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре сыға. Хакимиәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән берлектә улар “Юғары әҙерлек” режимы талаптарын үтәүҙе күҙәтә.
– Сауҙа, йәмәғәт туҡланыу, көнкүреш хеҙмәтләндереү объекттары эшмәкәрлеген күҙәтеү саралары барышында халыҡты һаҡлау буйынса һаҡлыҡ, иҫкәртеү һәм дезинфекция сараларын күҙәтмәү осраҡтары асыҡлана, – ти БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев.
2Бер аҙна элек Булгаково ауылындағы баҙар эшендә ҡағиҙәләр үтәлмәүе асыҡланған. Килеүселәрҙең – 70, персоналдың 90 проценты битлек һәм бирсәткә кеймәгән. Уларға иҫкәртеү яһалған, объект күҙәтеү аҫтында ҡалған. 20 майҙағы киләһе күҙәтеү барышында иҫкәрмәләрҙе бөтөргәнсе баҙарҙың эште туҡтатылған. Эш боҙоуҙар бөтөрөлгән һәм бөгөн сауҙа үҙәге үҙ эшен яңынан башлаған.
Һуңғы айҙа 12580 ойошма буйынса тикшереүҙәр үткән. Уларҙа 143 эш боҙоу асыҡланған. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙең иң күп осрағы һатыусыларҙың һәм һатып алыусыларҙың битлек, бирсәткә кеймәүенә, килеүселәр өсөн дистанция һаҡларға билдәләр ҡуйылмауына, эшмәкәрлеге туҡтатылған ойошмаларҙың эшләүенә ҡайтып ҡала.
граждандар өсөн – 1 мең һумдан алып 30 мең һумға тиклем,
дәүләт хеҙмәтендәге шәхестәргә – 10 мең һумдан алып 50 мең һумға тиклем,
шәхси эшҡыуарҙарға – 30 мең һумдан алып 50 мең һумға тиклем,
юридик шәхестәргә – 100 мең һумдан алып 300 мең һумға тиклем.
Ҡағиҙәне ҡайтанан үтәмәгән өсөн ябылыу ҡурҡынысы янай.