“Мәҙәниәт” милли проектына өс федераль проект инә. Улар – “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”. Башҡортостан уларҙың барыһында ла әүҙем ҡатнаша. Төбәк проекттарына алты йыл эсендә 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Башҡортостанда быйыл “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә күп эштәр эшләнә.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл “Мәҙәни мөхит” проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Илеш районының Ябалаҡ ауылында 300 урынлы мәҙәниәт йорто ҡалҡып сығасаҡ. Шулай уҡ тиҙҙән Ҡариҙел районының Яугилде ауылында ла мәҙәниәт йорто төҙөлә башлаясаҡ.
“Мәҙәниәт” милли проекты йәш таланттар өсөн дә ҙур мөмкинлектәр аса. Быйыл федераль ҡаҙна иҫәбенә 14 муниципаль балалар музыка мәктәбе, 3 дәүләт һөнәри учреждениеһы яңы музыка ҡоралы менән тәьмин ителәсәк. Мәктәптәргә барыһы 800 дана тәшкил иткән музыка ҡоралы, ҡорамал һәм уҡыу материалы алынасаҡ.
Республиканың биш районы (Тәтешле, Нуриман, Ҡариҙел, Йылайыр, Баймаҡ) быйыл ауыл халҡын хеҙмәтләндереү өсөн күсмә куп функциялы мәҙәниәт үҙәгенә (автоклуб) эйә буласаҡ.
2020 йылда модель китапханалар һаны ла артасаҡ. Улар Дүртөйлө районының Әсән ауылында, Благовар районы үҙәгендә, Туймазы районының Ҡандра ауылында булдырыласаҡ. Ә Ишембай районы һәм Сибай ҡалаһы балалар сәнғәт мәктәптәрендә виртуаль концерт залдары барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостан Рәсәй буйынса бәләкәй ҡалаларҙа заманса кино залдары селтәре булдырыу буйынса икенсе урынға сыҡҡан. 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа милли кинофильмдарҙы кино залдарында күрһәтеү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында республика муниципалитеттары Кино фондынан кинозалдарҙы модернизациялауға субсидия алыу өсөн конкурста ҡатнашыуға 19 ғариза тапшырған.
Быйыл кадрҙар потенциалын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республиканан 683 мәҙәниәт һәм сәнғәт белгесе федераль Өҙлөкһөҙ белем алыу һәм ижади һәм идара итеү кадрҙарының квалификацияһын күтәреү үҙәктәрендә уҡый аласаҡ.