Коронавирус һуңғы тәүлектә бер яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Мәкерле сирҙең республикабыҙҙағы 18-се ҡорбаны – Бәләбәй районынан 56 йәшлек ҡатын.
Ул шәкәр диабетынан да яфаланған булған...
Башҡортостанда 20 майға ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусылар һаны барлығы 2335. Тәүлек эсендә 88 яңы ауырыу өҫтәлгән.
Әле дауаханаларҙа 672 сырхау был ауыр сиргә ҡаршы алыша. 24-е ауыр хәлдә ҡала, шуларҙың алтауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. 882 ауырыу амбулатор дауалана.
Һуңғы тәүлектә 49 кеше, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар бөтәһе – 763.
Бөгөнгө көнгә республикала барлығы 173 047 лаборатор тикшереү уҙғарылған, 163 662 кеше тикшерелгән.
Һуңғы тәүлектә 6557 анализ яһалған, 6337 кеше тикшереү үткән.