+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:58

Радий Хәбиров ирекмәндәр менән онлайн-осрашыу уҙғара

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров волонтерҙар менән онлайн-форматта осрашыу уҙғара.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров волонтерҙар менән онлайн-форматта осрашыу уҙғара.
Ирекле аралашыу планлаштырыла. Республиканың волонтерҙар хәрәкәте лидерҙары, эшҡыуарҙар, спортсылар, йәмәғәтселәр һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тура эфирҙа пандемия ваҡытында кешеләргә ярҙам итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Осрашыуҙа Волонтерлыҡ үҙәктәре ассоциацияһы советы рәйесе Артем Метелев, шулай уҡ күрше илдәр – Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан ирекмәндәре лә ҡатнашасаҡ. Трансляция 15.00 сәғәттә башлана. Тура эфирҙы республика Хөкүмәтенең YouTube-каналында ҡарарға мөмкин. Онлайн-эфирға бөтә теләүселәр ҡушыла ала.
Коронавирус инфекцияһы таралған ваҡытта халыҡҡа ярҙам итеү өсөн республиканың 5000-гә яҡын кешеһе волонтерлыҡ хәрәкәтенә ҡушылды. Көн һайын мөрәжәғәттәр ҡабул итеүсе өс штаб: “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” проекты колл-үҙәге, Волонтер-медиктар һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты колл-үҙәге, Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы штабы эшләй. Бынан тыш, бөтә ҡала һәм райондарҙа ла волонтерлыҡ штабтары ойошторолған.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: