+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 17:28

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында яңы етәксе

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе итеп Максим Ульчев тәғәйенләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе итеп Максим Ульчев тәғәйенләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Максим Владимирович Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Ул Өфө дәүләт авиация-техник университетын ”Иҡтисадта мәғлүмәт системаһы” һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1997 йылда банк системаһында иҡтисадсы булып башлаған. 2007 йылдан Башҡортостан Президенты хакимиәтендә иҡтисад һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары, унан һуң тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары булып эшләгән.
2010 йылдан Максим Ульчев “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының генераль директоры булды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: