-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 15:10

Ике сара бер көндә

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү һәм Еңеү парады бер көндә булыуы ихтимал.

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү һәм Еңеү парады бер көндә булыуы ихтимал.
Ошо хаҡта, Кремлдәге сығанаҡтарға таянып, РБК каналы хәбәр итә. Билдәләнеүенсә, Президент хакимиәте был сараларҙы 24 июндә ойошторорға ниәтләй. Элек хәбәр итеүҙәренсә, ул 8 июлдә, хатта Еңеү парады сентябрь баштарында ла булыуы ихтимал ине.
Белгестәр фаразлауынса, әгәр ҙә Еңеү парады 3 сентябргә тәғәйенләнһә, күп кенә дәүләт башлыҡтары килеүҙе кисектерәсәк. Әле Япония премьер-министры шундай позиция белдергән. Ул нәҡ 3 сентябрь килә алмай.
Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә тауыш биреү һәм Еңеү парады короноварисуҡа бәйле кисектерелгәйне.
Быйыл беренсе тапҡыр илдә 9 май байрамы киң билдәләнмәне. Рәсәйҙә ул авиа, ветерандарҙың йорто алдындағы парадтар һәм салют менән генә сикләнде. Президент Владимир Путин барыһын да видеомөрәжәғәттә тәбрикләне.
Рәсәй бөгөн сирләүселәр һаны буйынса икенсе урында тора. Коронавирус менән 300 меңгә яҡын кеше ауырый.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: