Бөгөн Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт баҙарын яҡлау һәм халыҡты социаль тәмин итеү саралары буйынса брифинг ойошторҙо.
Етәксе билдәләгән ҡайһы бер мөһим тезистар:
- өс йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 июндән ғәмәлгә инә;
- өс йәшкә тиклемге һәр сабыйға - 5 мең аҡса тәғәйен. Апрелдән июнгә тиклем балаһына өс йәш тулған ата-әсәләр өҫтәп,10 мең һумлыҡ түләүҙәргә лә дәғүә итә ала;
Бөтә түләүҙәр шулай уҡ уллыҡҡа алынған, опека һәм попечителлеккә ингән балаларға ла бирелә.
Был механимдарҙың барыһы ла эшләй, барыһы ла ғәмәлдә, тине Ленара Иванова:
-Ә хеҙмәт баҙарын яҡлауға килгәндә, бөгөнгө көндә “Рәсәйҙә - эш” порталына ла, урындағы мәшғүллек үҙәктәренә лә дистацион рәүештә бик күп кеше теркәлгән. 60 мең ғариза килгән. Был иһә, эшһеҙлек кимәле ҡырҡа артты, тигән һүҙ түгел. Ул кешеләрҙең күбеһе элек тә, бер йылдан ашыу бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Ләкин хөкүмәт тарафынан арттырылған пособие пандемия ваҡытында зыян күргән, мәжбүри эшһеҙ ҡалған кешеләргә генә тәғәйен. Элек бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләр был шарттарға инмәй.
Эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар бер нисә категорияға бүленә:
- уларҙың беренсеһе бер ҡайҙа ла эшләмәгән граждандар. Улар минималь пособие - 1725 һум - ала;
- икенсе категория - үҙмәшғүл кешеләр. Уларҙың да яуаплылығы үҙҙәренең өҫтөндә;
- өсөнсө категория- 1 мартҡа тиклем эштән киткәндәр. Улар ҙа дәүләт биргән өҫтәмә 3 мең һум түләүҙәргә дәғүә итә алмай.
Шуны әйтергә кәрәк, үҙҙәренең ғәйебе буйынса эштән киткәндәргә лә дәүләт ярҙамы бирелмәй.
Төп категория иһә 1 марттан һуң, ысынлап та, пандемияға бәйле эшен юғалтҡан кешеләрҙең генә юғары пособие алыуға хоҡуғы бар.