-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:55

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова эштән бушатылды

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова вазифаһын ҡалдырҙы.

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова вазифаһын ҡалдырҙы.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 19 майҙан Эльза Сыртланова был медицина учреждениеһында эшләмәй – үҙ теләге буйынса эштән киткән.
Ул, моғайын, Өфөнөң 38-се поликлиникаһының баш табибы вазифаһын биләр.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына етәксе итеп БДМУ-ның баш табибы Шамил Булатовтың тәғәйенләнеүе ихтимал.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: