+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:00

Ауырғазыла – бер юлы ике ФАП

Ауырғазы районының Таштамаҡ һәм Ҡорманай ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөлә. Уларҙы июнь аҙағында тапшырыу ҡаралған.

Ауырғазы районының Таштамаҡ һәм Ҡорманай ауылдарында фельдшер-акушер пункттары төҙөлә. Уларҙы июнь аҙағында тапшырыу ҡаралған.
Таштамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Миңсара Федорова әйтеүенсә, фельдшер-акушер пункты төҙөлөү – ауыл халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.
– Үткән быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән иҫке ФАП-тың бинаһы туҙған, шуға ла яңыһы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, – ти ул. – Хәҙер ауылда яҡты, йылы, уңайлы фельдшер-акушер пункты барлыҡҡа киләсәк. Бөтә заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап биргән ФАП кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителәсәк. Бында пациенттарҙы фельдшер ғына түгел, табиптарҙың мобиль бригалары ла ҡабул итәсәк.
Яңы ФАП өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа меңгә яҡын кеше йәшәй, балалар ҙа байтаҡ.
Ҡорманай ауылында ла ФАП иҫкергән, 60-сы йылдарҙа уҡ төҙөлгән ағас бинала урынлашҡан.
– Был бинала элек колхоз идараһы урынлашҡан, артабан унда ФАП күсерелгән. Ағас ҡаралты туҙған инде. Бында 800-ҙән артыҡ кеше йәшәй. Хәҙер халыҡҡа уңайлы шарттарҙа дауа алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, – ти Өршәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәмил Абдрахманов.
Фельдшер-акушер пункттары Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: