Башҡортостанда 200-ҙән ашыу ғаилә, Ауыл хужалығы министрлығының “БР ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына таянып, торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Ҡулға бирелгән сертификаттарҙың дөйөм хаҡы 371 млн. һумға барып баҫҡан.
Ведомствонан хәбә итеүҙәренсә, һәр ғаиләнең өлөшөнә, балалар һанына ҡарап, аҡса төрлө күләмдә тейгән: 700 мең һумдан 2 миллионға тиклем. Ҡырмыҫҡалы районында, мәҫәлән, был программа буйынса сертификатты ете ғаилә алған. Уларҙың араһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, «Синергия» һәм «Алатау» яуаплылығы сикләнгә йәмғиәт эшселәре бар.