-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 03:55

410 студент эшкә урынлашыу проектында ҡатнашырға теләк белдергән

Башҡортостандан студенттар өсөн ойошторолған «Профстажировки 2.0» проектында ҡатнашыуға 410 ғариза тапшырылған. Был хаҡта “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” («Россия – страна возможностей») программаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостандан студенттар өсөн ойошторолған «Профстажировки 2.0» проектында ҡатнашыуға 410 ғариза тапшырылған. Был хаҡта “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” («Россия – страна возможностей») программаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле”президент платформаһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты берлектә ойошторған был проект “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Әле профстажировки.рф платформаһында Башҡортостан Республикаһының 41 эш биреүсеһенең 96 кейсы урынлаштырылған.
Ғаризаларҙы эш биреүсе партнерҙар хуплағандан һуң проектта ҡатнашыусылар мәсьәләләр сисеүгә тотонасаҡ һәм практика менән стажировка үтеүгә саҡырыу алыр өсөн көс һынашасаҡ. Конкурста ҡатнашыу өсөн барыһы туғыҙ мең ғариза ҡабул ителгән.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының генераль директоры, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының үҙәк штабы рәйестәше Алексей Комиссаров әйтеүенсә, конкурстың икенсе этабы ҡатнашыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы артыуын күрһәткән.
“Беҙҙең партнер булған күп компаниялар ситтән тороп эшләүгә күсһә лә, платформала буласаҡ стажерҙарға эш биреүҙе дауам итте. Проектҡа ҙур эш биреүсе компаниялар ҙа ҡушылды. Конкурс илдең көнүҙәк көн тәртибен сағылдыра. Беҙҙә ирекмәнлек эшен үҫтереүгә арналған кейстар барлыҡҡа килде, уларға ҡарата студенттар ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте”, – тип хәбәр итә «Профстажировки 2.0» проекты етәксеһе Илья Семин.
Платформала барлығы 1303 эш биреүсенән 4582 кейс урынлаштырылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в