+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2020, 11:50

10 меңде – дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша

Өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге балаларға 10 мең һум күләмендә өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

Өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге балаларға 10 мең һум күләмендә өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Президент Владимир Путин үҙенең 11 майҙағы мөрәжәғәтендә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдергәйне. Тәүге көндән үк үҙ хоҡуҡтары менән файҙаланыу ниәтендә халыҡ дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша ғариза ебәрә башланы. Бер тәүлектә генә сайтҡа 17 млн. кеше инде, тип белдерҙе Элемтә министырлығы белгестәре. Бындай юғары көсөргәнештән порталда тотҡарлыҡтар килеп тыуҙы.
Дәүләт хеҙмәтләндереү сайты хәҙер көйлө эшләп тора. Түләүҙе юллаусыларҙың 99 проценты был эште өйҙә ултырып интернет аша атҡарып ҡуйған. Ата-әсәләрҙең тик 1 проценты ғына пенсия фондына үҙҙәре килгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: