+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 11:20

Урман шаулап үҫһен

Пандемияға ҡарамаҫтан, республикала урман ултыртыу миҙгеле ваҡытында асылған. Әле Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә урманды тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса эштәр әүҙем бара. Быйыл ағас 4,5 мең гектар майҙанда ултыртылған да инде. Был “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса ҡуйылған пландың (14,2 мең гектар) өстән бер өлөшөн тәшкил итә, тиһәң дә була.

Пандемияға ҡарамаҫтан, республикала урман ултыртыу миҙгеле ваҡытында асылған. Әле Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә урманды тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса эштәр әүҙем бара.
Быйыл ағас 4,5 мең гектар майҙанда ултыртылған да инде. Был “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты буйынса ҡуйылған пландың (14,2 мең гектар) өстән бер өлөшөн тәшкил итә, тиһәң дә була.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 31 ведомство ҡарамағындағы учреждениеның 17-һе урманды тергеҙеү буйынса дәүләт заданиеһын тулыһынса үтәгән. Улар – Әбйәлил, Әүжән, Әлшәй, Асҡын, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Бөрйән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Кананикольск, Тирлән, Учалы, Яңауыл урман хужалыҡтары, “Ҡалтасы урманы” автономиялы учреждениеһы.
Урманды тергеҙеү, үҫтереүҙә яңы техника, ҡорамалдар ҡулланыла.
Фото БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: