+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 12:25

Ураҙа байрамын – өйҙә

Изге Рамаҙан айы тамамланыуға бара. Ислам динендәге иң оло байрамдарҙың берһе – Ураҙа ғәйете – 2020 йылда 24 майға тура килә. Был көндә ғәҙәттә мәсеттәрҙә йәмәғәт намаҙҙары уҡыла, байрам табындары ҡорола.

Тик быйыл, мәкерле коронавирус сиренең таралыуына бәйле, ошо изге йолаға үҙгәрештәр индерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 18 майҙа үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә, Ураҙа байрамында мәсеттәрҙә йыйылыу тыйыла, был ҡарар дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң ҡабул ителде, тип белдерҙе. Йәмәғәт намаҙҙары онлайн-трансляция режимында үтәсәк.
Әйткәндәй, Ураҙа байрамы йәкшәмбегә тап килгәнлектән биш көнлөк эш аҙнаһы режимында эшләүселәр өсөн Башҡортостанда 23, 24, 25 май ял көнө тип иҫәпләнә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: