+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 17:59

Пионерия - һәр кемдең тормошонда....

19 май - пионерия көнө. Советтар Союзы осоро үҫмерҙәрен берләштергән иң ҙур һәм көслө берекмәләрҙең береһе ине ул. Шул осорҙа тыуып үҫкән кешеләрҙең тормошонда комсомолдан ҡала иң яҡты эҙ ҡалдырған ойошма булды пионерия.

19 май - пионерия көнө. Советтар Союзы осоро үҫмерҙәрен берләштергән иң ҙур һәм көслө берекмәләрҙең береһе ине ул. Шул осорҙа тыуып үҫкән кешеләрҙең тормошонда комсомолдан ҡала иң яҡты эҙ ҡалдырған ойошма булды пионерия.
Быны бөгөн социаль селтәрҙәргә һалынған фоторәсемдәр ҙә күрһәтә. Шул осорҙа уҡ кешенең булмышын билдәләгән ойошма - үҫмерҙәрҙең тәрбиә кимәленә, киләсәктәге тормош рәүешенә лә ыңғай йоғонто яһаған тип әйтергә була. Хәҙер йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнгән, актив тормош позицияһы менән йәшәгән кешеләр араһында, ғәҙәттә, пионер берекмәһенең активистары тора.
Билдәле шағирә, викиөләсәй Гүзәл Ситдыҡованың пионер осорондағы фото рәсеме яҡшы уҡығандар таҡтаһында торған. Гүзәл апай тик бишле билдәләренә өлгәшкән. Социаль селтәрҙәге ҡуйылған был фото буласаҡ журналисты, яҙыусыны, мөхәррирҙе, ҡыҫҡаһы, совет иленең ышаныслы ҡыҙын төҫмөрләтә.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова пионер ваҡытында уҡ бик етди ҡыҙыҡай булған. Ул хатта фотоһына ла шулайтып яҙып ҡуйған. Был да буласаҡ етәксе, әүҙем кешенең характерын билдәләгән бер һыҙат.
«Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева ла, уҡыу алдынғыһы, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан пионер-уҡыусы, Павлик Морозов исемендәге дружина рәйесе булараҡ Бөтә Союз балалар лагеры “Артек”ка путевка менән бүләкләнгән. Ул да фотоһына: “Артек” минең тормошомда ҙур роль уйнаны, ул өр-яңы донъяға бит асты, әйләнә-тирәләге тормошҡа икенсе күҙ менән ҡарарға ярҙам итте”- тип яҙған.
Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина ла, пионерия көнөн хәтергә төшөрөп: “Бер тапҡыр таҡҡан ал галстуктарҙы беҙ бик һаҡланыҡ, пионер-уҡыусылар барыһы өсөн дә өлгө була торғайны. Беҙҙең өсөн “ысын пионер һүҙе!” бөтә нәмәнән дә ҡиммәт ине. Барыһы ла хәтерҙә, бала саҡ һәм йәшлек",- тип яҙған.
Башҡортостан телевидениеһының билдәле журналисы Гөлдәриә Йосопова дружина байрағын йөрөткән. Өҫтәүенә ул йәш хәбәрсе, алдынғы пионер-уҡыусы булып танылған: “Пионер йыйындарында иң тәүҙә барабандар ҡағып дружина байрағы индерелә ине. Бөтә мәктәп салют биреп ҡаршылай. Спорт залы буйлап, байраҡты күтәреп, бик тулҡынланып үтә торғайным. Сөнки Салауат Юлаев исемендәге дружина байрағын йөрөтөү бер яҡтан башҡаларға ла өлгө була торғайны. Юғары исемгә тап төшөрмәҫкә тейешлекте белә инем”
Пионер тормошо совет йылдарының патриотик йырҙарын, гимнын, девизын хәтергә төшөрҙө. Әйткәндәй, ул осорҙа был йырҙар һәр кем өсөн өҫтәл китабындай яҡын, уны һәр кемебеҙ яттан белә торғайны. Шул йылдарҙа тыуып үҫкән пионерҙар был йырҙарҙы әле лә хәтеренән сығармай, яттан белә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: