+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 11:25

Медицина ойошмаларына – күп функциялы ҡорамалдар

Май айында республикала 120 медицина ойошмаһына 1901 күп функциялы ҡорамал алынған.

Май айында республикала 120 медицина ойошмаһына 1901 күп функциялы ҡорамал алынған.
Күп функциялы ҡорамалдар медицина хеҙмәткәрҙәренең Республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһындағы автоматлаштырылған эш урынына тоташтырыла.
Заманса күп функциялы ҡоролмаларҙы дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа ҡулланыу медицина персоналының эш барышын еңелләштерә, ваҡытын экономиялай, отчетты, төрлө белешмәләрҙе, пациенттарҙың медицина карталарынан өҙөмтәләрҙе тиҙ баҫтырырға ярҙам итә.
Күп функциялы ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алынған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: