+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 12:16

Медицина хеҙмәткәрҙәре түләүҙәрҙе алған

Башҡортостанда түләүҙәрҙе коронавирус менән эшләгән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс ярҙам машиналаларының водителдәренә тиклем аласаҡ. Рәсәй хөкүмәтенең 2020 йылдың 15 майындағы ҡарарына ошо турала үҙгәрештәр индерелгән.

Башҡортостанда түләүҙәрҙе коронавирус менән эшләгән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс ярҙам машиналаларының водителдәренә тиклем аласаҡ. Рәсәй хөкүмәтенең 2020 йылдың 15 майындағы ҡарарына ошо турала үҙгәрештәр индерелгән.
Өҫтәмә түләүҙәрҙе барыһы ла тулы күләмдә аласаҡ. Яңы ҡарарҙа «эшләгән ваҡыт арауығы өсөн” тигән пункт алып ташланған. Шулай уҡ сирле пациенттарға ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан ашығыс ярҙам машиналары водителдәренә ҡағылышлы үҙгәрештәр индерелгән. Өҫтәмә ярҙам һәр кемдең вазифаһына ҡарап түләнә, хатта ул ялға йәки сирләүе сәбәпле айлыҡ норманы тултырмаған табиптарға ла ҡаралған.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә тейешле булған суммаларҙы ошо көндәрҙә алған. Шулай уҡ апрель айы өсөн 64 водителгә өҫтәмәләр түләнгән.
Ҡарарға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, стационар шарттарында ковид менән сирләгән пациенттарға махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәткән табиптарға - 80 мең, урта медицина персоналына - 50 мең, башҡа персоналға айына 25 мең түләнә.
Түләүҙәр сирле пациентҡа медицина ярҙамы күрһәткән һәм уның диагнозы асыҡланған ваҡыттан алып бирелә. Ул 2020 йылдың 1 апреленән иҫәпләнә башлай.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: