+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 18:28

Коронавирус хаҡында – һандарҙа

19 майға ҡарата Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус менән ауырыусылар 92-гә артҡан.

19 майға ҡарата Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус менән ауырыусылар 92-гә артҡан.
Сир раҫланған осраҡтар, шулай итеп, йәмғеһе 2247-гә етте.
Ауырыуҙарҙың күбеһе – 864-е – ауырыуҙы еңел кисерә һәм амбулатор дауалана. 652-һе дауаханаларҙа ята. 166-һының хәле ҡәнәғәтләнерлек, 450-һенең – уртаса ауырлыҡта, 36-һының – ауыр (шуларҙың унауһы – яһалма һулыш аппаратында).
Һуңғы тәүлектә 45 кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар бөтәһе – 714. “Был – коронавирус диагнозы ҡуйылған бөтә ауырыуҙарҙың өстән бер өлөшө”, – тип билдәләне бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Һуңғы тәүлектә COVID-19-ҙан үлеү осраҡтары юҡ. Үкенескә күрә, вирус төбәгебеҙҙә барлығы 17 ауырыуҙың ғүмерен өҙҙө.
Эпидемия башланғандан алып Рәсәйҙә коронавирусты 299 941 кеше йоҡторған, сәләмәтләнеүселәр – 76 130. Тәүлек эсендә илдә был ҡаты ауырыуҙан 115 кеше вафат булған, унан донъя ҡуйыусыларҙың дөйөм һаны – 2837.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: