-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 11:35

Экспорт сығымдарының бер өлөшө ҡаплана

Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты экспортерҙарҙан тауар (продукция) ташыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия алыуға ғаризалар ҡабул итә. Аҡса төбәк ҡаҙнаһынан бүленә. Уны пилот партияһын экспортлау өсөн тотонорға ла мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты экспортерҙарҙан тауар (продукция) ташыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия алыуға ғаризалар ҡабул итә. Аҡса төбәк ҡаҙнаһынан бүленә. Уны пилот партияһын экспортлау өсөн тотонорға ла мөмкин.
Экспорт эшҡыуарлығына булышлыҡ механизмы Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә икенсе йыл тормошҡа ашырыла.
Программа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон күтәреү буйынса беренсе нәүбәттә ҡулланылған саралар иҫәбенә ингән. Ул тышҡы, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле, факторҙарҙы ла иҫәпкә алып ҡабул ителгән. Бының менән бәйле, экспортерҙар субсидия түләнгән сығымдарға контрагентҡа тауарҙы алып барып еткереү ваҡытын боҙған өсөн неустойка буйынса сығымдарҙы, шулай уҡ транспорт сараларының дәүләт сиктәрендә тик тороуы өсөн штрафты ла индерә ала.
Программала республиканың 2019 йылдың 1 ноябренән һуң сит илгә тауар (продукция) ташыған предприятиелары ҡатнаша ала. Оҙатыу пункты Башҡортостанда булырға тейеш. Тауар сит илгә автомобиль, тимер юлы, һыу, һауа транспорты, шулай уҡ уларҙың бер нисәһе менән оҙатылыуы мөмкин.
Субсидия алыуға ғаризалар программаны тоормошҡа ашырыуға бүленгән аҡсаны тотоноп бөткәнсе ҡабул ителәсәк.
Ғаризаны Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетына тапшырырға кәрәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: