-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 01:21

Беҙҙең хәүефһеҙлек һағында – 609 камера

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик рәүештә фотоға һәм видеоға төшөрә торған 609 комплекс ҡуйылған.

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик рәүештә фотоға һәм видеоға төшөрә торған 609 комплекс ҡуйылған.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, яңы ғына 114 камера ҡуйылған. Хәҙер барыһы 609 камера 63 муниципалитетта автомобиль юлдарының авария хәүефлеге юғары булған участкаларында урынлашҡан. Был проектты тормошҡа ашырыу тәү сиратта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға, юл-транспорт фажиғәләре һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән.
Юлдарҙа камералар ҡуйылыуы юл хәрәкәте фажиғәһенең кәмеүенә туранан-тура йоғонто яһай, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт хеҙмәте. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың мартында үткән йылдың ошо уҡ айындағыға ҡарағанда авариялар һаны – 15,8 процентҡа, ә юлда үлем осраҡтары 47,1 процентҡа кәмегән.
Фото БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: