+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 14:51

“Балалар – COVID-19-ға ҡаршы”

Башҡортостанда Халыҡ-ара балалар көнөнә арналған “Балалар – COVID-19-ға ҡаршы” республика һүрәттәр конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы.

Башҡортостанда Халыҡ-ара балалар көнөнә арналған “Балалар – COVID-19-ға ҡаршы” республика һүрәттәр конкурсына эштәр ҡабул ителә башланы.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс мәктәпкәсә йәштәгеләр (бала һәм ата-әсәнең берлектәге ижады), 1–4-се синыф уҡыусылары һәм 5–7-се синыфтар араһында үткәрелә.
“Таҙа ҡулдар”, “Рәхмәт, табип!”, “COVID-19 ҡурҡыныс түгел” – һүрәттәр өсөн шундай темалар тәҡдим ителә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 2020 йылдың 30 майына тиклем эштәрҙе электрон төрҙә теләһә ниндәй форматта (IPG, PDF) [email protected] адресы буйынса “Балалар – COVID-19-ға ҡаршы” тигән яҙма менән ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыусының, хатҡа ҡушып, заявка яҙыуы ла зарур. Һүрәттәрҙең аныҡ, яңы, быға тиклем башҡа конкурстарҙа ҡатнашмаған, күргәҙмәләргә ҡуйылмаған һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынмаған булыуы мөһим.
Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр биреләсәк. Рәсемдәрен ебәреүселәрҙең бөтәһе лә “Ҡатнашыусы сертификаты” аласаҡ.
Конкурсты Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән Республика балалар клиник дауаханаһы ойоштора.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: