+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 21:15

Тағы ла саҡ ҡына түҙегеҙ, өләсәй, олатай

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәнерәктәр һәм хроник ауырыуҙар өсөн үҙизоляция режимы яңынан ҡайта.

Башҡортостанда 65 йәштән өлкәнерәктәр һәм хроник ауырыуҙар өсөн үҙизоляция режимы яңынан ҡайта.
Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә шул турала хәбәр итте. Был хаҡтағы Указ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 65 йәштән ололар һәм хроник сирлеләр өсөн үҙизоляция режимын индереү турындағы күрһәтмәһен иҫәпкә алып әҙерләнгән.
Ойошмалар етәкселәренә 65 йәштән өлкәндәрҙең бөтәһен дә өйҙән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре урамдарҙа, йәмәғәт урындарында рейд менән йөрөгәндә уларға айырыуса иғтибар итеп, режимды күҙәтеү мөһимлеге хаҡында аңлатыу эше алып барырға тейеш.
“Афәт еңелер көн етер. Тағы ла саҡ ҡына түҙһәгеҙ... ”– тибеҙ беҙ ҙә өләсәй һәм олатайҙарға, ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын һаҡларға саҡырып.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: