-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 18:07

Мәғлүмәттәр әле шатландырмай

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 18 майға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны 2155-кә еткән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 18 майға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны 2155-кә еткән.
Тәүлек эсендә сир тағы 94 ауырыуҙа раҫланған.
Әле 817 сырхау өйҙәрендә дауалана, дауаханаларҙа 652 кеше ята. Шуларҙың 28-енең хәле ауыр, етәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Һуңғы тәүлектә 18 кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 669.
Шәфҡәтһеҙ вирус эпидемия башланғандан бирле 17 яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте. Аҙаҡҡы тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Республикала коронавирус йоҡтороусылар ғына түгел, киҫкен респиратор вируслы сирҙәр менән ауырыусылар ҡырҡа артыуы ла борсоуға һала. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, бер тәүлектә 700 кеше киҙеү эләктергән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: