-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 03:10

Һиҙелерлек ярҙам буласаҡ

Коронавирусҡа бәйле эшкә йәлеп ителгән социаль хеҙмәткәрҙәр, табиптар өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ.

Коронавирусҡа бәйле эшкә йәлеп ителгән социаль хеҙмәткәрҙәр, табиптар өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ.
Был хаҡта Президент Владимир Путин үҙенең мөрәжәғәтендә белдергәйне.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Руфина Шаһапова әйтеүенсә, ысынлап та, бөгөн ошо тармаҡтарға ҡараған белгестәребеҙ һуғыштағы кеүек көсөргәнешле эш алып бара:
-Етди сиргә ҡаршы улар социаль учреждениеларҙа, дауаханаларҙа оҙайлы смена эшләй. Президент Владимир Путин, был аҡсаларҙы тотҡарламай, май аҙағына тиклем биреүҙе йөкмәтте. Әлбиттә, ул үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып эшләгән белгестәр өсөн һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.
Билдәле булыуынса, 15 апрелдән 15 июль арауығында, социаль учреждениеларҙа ике аҙналыҡ смена үткән табиптар айына - 40 мең, ә коронавирус сирлеләргә ярҙам иткән социаль хеҙмәткәрҙәр һәм педагогтар - 60 мең, шулай уҡ сирлеләр менән эшләгән урта медицина һәм административ персонал 25 меңдән 35 меңгәсә өҫтәмә түләү аласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: