+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 14:22

Өфө ғалимдары әйтеүенсә...

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы күҙаллауҙың ике моделе эшләнгән.

Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы күҙаллауҙың ике моделе эшләнгән.
Тәүгеһен – аналитик продукттар етештереүсе Megaputer Intelligence компанияһы, икенсеһен Өфө дәүләт авиация-техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары тәҡдим итә.
Өфө ғалимдары фекеренсә, илебеҙ COVID-19 вирусы менән сирләүҙең иң юғары “үре”н 8 – 9 майҙа үткән. Ул көндәрҙә 10,5 меңәр ауырыу теркәлгән.
Авиация-техник университетының математик моделләү һәм прогнозлау проекты офисы етәксеһе Ирина Лакман: “Илдең бәләкәйерәк төбәктәре вирус таралыуын 15 майҙа контролгә алды, ҙурыраҡ төбәктәрҙә хәл көсөргәнешле булһа ла, һауығыусылар сирҙе йоҡтороусыларға ҡарағанда күберәк”, – ти. Прогнозлауҙың Өфө моделе нигеҙендә классик эпидемиологик моделдәр һәм билдәле бер ваҡыт арауығында йыйылған мәғлүмәттәрҙе анализлау ята. Фаразлау ваҡыты – ете-һигеҙ көн, теүәллеге – 96 – 97 процент.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: