Режиссер Айнур Асҡаров төшөргән «Өс таған» фильмының рус телендәге трейлеры интернет селтәрҙәренә сыҡты. Был мауыҡтырғыс картина Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән һәм уны әҙиптең 100 йыллығын билдәләгәндә күрһәттеләр.
Ләкин ул киң даирә тамашасыларға сыҡмаған әле. Режиссер Айнур Асҡаров билдәләүенсә, фильмдың төп премьераһы 27 авгусҡа тәғәйенләнгән. Был авторҙың тулы метражлы икенсе фильмы. Нәфис фильм “Тимур һәм уның командаһы” тигән билдәле картинанан илһам алып төшөрлгән. Уның төп геройҙары ла балалар. Бында инде ауыл малайҙары Кирәмәт тауы өҫтөндәге күлгә балыҡтар ебәреү һәм уны ҡотҡарыу идеяһы менән яна. Айнур Асҡаров беҙҙең журнал сайтына әңгәмәһендә, фильмдың 2018 йылдың август айында төшөрөлә башлауын бәйән итте:
-Күберәге Ғафури районы Толпар ауылында, Ишембай районы Маҡар ауылы, Шихандар, Торатау, Йөрәктау кеүек тарихи урындарҙа һәм Белорет районында төшөрөлдө. Төп ролдәрҙә, йәш актерҙар Өфө, Баймаҡ, Сибай уҡыусылары: Арыҫлан Ғәлиев, Илдар Биҡҡолов, Ильяс Кинйәбулатов һәм Руслан Ҡадаев. Фильм өҫтөндә ике йыл элек эшләй башланыҡ, 45 көн эсендә төшөрҙөк.Ул 2019 йылдың октябрь айына әҙер ине. Шуның араһында мин тағы ла бер тулы метражлы һәм ҡыҫҡа фильмдар төшөрҙөм.
Эпизодик ролдәрҙең береһе Гөлнур тигән ҡыҙҙы башҡарған Әминә Яҡупованың әсәһе Гөлназ Мортазина билдәләүенсә, йәш актерҙарҙың барыһы ла картина эшендә ихлас ҡатнашҡан, ауыр төшөрөү процесстарына түҙеп, үҙ ролдәрен яуаплы башҡарған. Ата-әсәләргә иһә фильм төшөргән ваҡытта балалары менән бергә булырға ла, хатта бәләкәстәрҙе ҡалдырып ҡайтырға ла тура килгән.
- Ул мәлдәр, 2018 йылдың каникулдар осоро балаларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланасаҡ, - тип фекерҙәре менән бүлешә йәш актрисаның әсәһе.
Әйткәндәй, Рәсәй кино прокатына сыҡҡан һәм сит илдәрҙә лә күрһәтелгән “Һеңлекәш” фильмы башҡорт балаларының уйынын юғары кимәлгә сығарҙы. Унда ла төп ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа, эпизодтарҙа ҡатнашыусылар ҙа юғары һөнәрмәнлек күрһәтте.
“Өс таған” фильмы ла ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡанда дуҫлыҡ, ихтыяр көсөнөң ни тиклем кәрәк һәм ҡәҙерле булыуын бәйән итә.