+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 19:52

“Шылтырат һин беҙгә, шылтырат!”

2010 йылда Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды Рәсәй субъекттары менән берлектә Балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм дөйөм Рәсәй ышаныс телефоны номерын индерҙе - 8-800-2000-122. 17 майҙа, Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнөндә, уның 10 йыллығы билдәләнә.

2010 йылда Ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам фонды Рәсәй субъекттары менән берлектә Балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм дөйөм Рәсәй ышаныс телефоны номерын индерҙе - 8-800-2000-122. 17 майҙа, Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнөндә, уның 10 йыллығы билдәләнә.
Нығынып бөтмәгән бала йәне өсөн бөгөн донъя бик ҡатмарлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ата-әсәләр, эшкә бөтә көсөн һалып, улы йәки ҡыҙы менән һөйләшергә, уның эсендәген һорашып ултырырға ваҡыт тапмай. Ә бит өлкән кешегә бер ни күренмәгән проблема балаға тауҙай тойола. Ғөмүмән, уның өсөн ҙур йәки бәләкәй мәсьәлә юҡ – барыһы ла үтә мөһим. Яратҡан көсөгөн юғалтыу – йөрәгенә төшкән оло ҡайғы, ғашиҡ булып йөрөгән кешеһе менән ташлашыу – бәләкәй генә үлем, иптәштәренең ҡыйырһытыуы – һәләкәткә тиң.
Балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм дөйөм Рәсәй ышаныс телефоны хеҙмәтенең бурысы – балаға ауыр булғанда, ул ни эшләргә белмәй өҙгөләнгәндә шул минуттарҙы уның менән бергә йәшәп, эске көсөн асырға ярҙам итеү, үҙенә ышаныс уятыу, сөңгөлгә тартҡан уйҙарынан арындырып, яҡтылыҡҡа алып сығыу...
“Һөйләшеүҙәр яҙҙырыла, мәғлүмәт ҡайҙалыр тапшырыла икән”, – тигән һүҙҙәр буш. Ғөмүмән, мөрәжәғәт итеүсе бөтөнләй исемен әйтмәҫкә мөмкин. Консультант-психологтар ҙа псевдоним буйынса эшләй.
8-800-2000-122 – был телефон һандарын мөмкин тиклем күберәк балалар, үҫмерҙәр, ата-әсәләр белергә тейеш. Уның буйынса тәүлек әйләнәһенә бушлай шылтыратырға мөмкин.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: