+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 10:25

Йәш таланттарға – яңы рояль

Ошо көндәрҙә Өфөнөң 3-сө балалар сәнғәт мәктәбенә күптән көткән музыка ҡоралы – «Yamaha» рояле килтерелгән. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Рояль алыу өсөн мәктәпкә федераль ҡаҙнанан – 1,4 миллион, ҡала бюджетынан 116 мең һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, сәнғәт мәктәбе бүленгән аҡсаға ноутбук, тамбурин, оркестр ҡыңғырауҙары һәм “Сольфеджио” дәресе буйынса уҡыу әсбаптары ла алған.

Ошо көндәрҙә Өфөнөң 3-сө балалар сәнғәт мәктәбенә күптән көткән музыка ҡоралы – «Yamaha» рояле килтерелгән. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Рояль алыу өсөн мәктәпкә федераль ҡаҙнанан – 1,4 миллион, ҡала бюджетынан 116 мең һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, сәнғәт мәктәбе бүленгән аҡсаға ноутбук, тамбурин, оркестр ҡыңғырауҙары һәм “Сольфеджио” дәресе буйынса уҡыу әсбаптары ла алған.
– Беҙҙең мәктәпкә “Мәҙәниәт” милли проектына инеү бәхете тейҙе. Йыл һайын сәнғәт мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары профилле ССУЗ һәм ВУЗ-дарға уҡырға инә һәм яҙмышын музыка менән бәйләй. Хәҙер мәктәп тулыһынса заманса стандарттарға тура киләсәк, – ти мәктәп директоры Павел Киселев.
Үткән йылда милли проект сиктәрендә Өфөнөң сәнғәт мәктәптәренә 12 «Николай Рубинштейн» пианиноһы алынған. Быйыл, 3-сө балалар сәнғәт мәктәбенән тыш, 5-се һәм 9-сы музыка мәктәптәренә лә музыка ҡоралдары ҡайтарылған.
Сифатлы яңы музыка ҡоралдары алыу балаларға һәм педагогтарға оҫталыҡ кимәлен күтәрергә генә түгел, юғары кимәлдәге фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа яңы уңыштарға өлгәшергә лә булышлыҡ итер.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: