-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 13:03

Һәр Рәсәй ғаиләһе иғтибар үҙәгендә

Илдә 27 миллион бала Президент Владимир Путиндың ярҙам сараларын аласаҡ.

Илдә 27 миллион бала Президент Владимир Путиндың ярҙам сараларын аласаҡ.
Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишсарин билдәләүенсә, был килеменә ҡарамай балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам буласаҡ.
-Ҡурсаланыуҙан сығыу осоронда ла ғаиләләргә иғтибар кәмемәй. Ул әле лә һаҡлана. Был аҡсаларҙы алыу өсөн әсәлек капиталын һәм башҡа юлдарҙы файҙаланырға мөмкин. Аныҡ механизмдарын тейешле хеҙмәттәр аша белергә була. Шулай уҡ дәүләт башлығы бала ҡарау буйынса минималь пособие күләмен дә күтәрҙе. Хәҙер ул 3 мең 375 һумдан 6 мең 751 һумға етә. Был пособиены эшләмәгән граждандар ҙа, студенттар иҫәбенән йәш әсәләр ҙә ала ала. Иң мөһиме справкалар юллап йөрөргә лә кәрәкмәй. Президент ниндәйҙер формаль кәртәләрҙе алып ташланы. Мәҫәлән, 15 йәшкә тиклемге балалары булған һәр Рәсәй ғаиләһенә 10 мең һум аҡса алыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Барыһын да дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша дистацион рәүештә эшләргә мөмкин. Түләүҙәр 1 июндән генә башлана.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: