Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республика стационарҙарында әле коронавирус менән ауырыусы 609 кеше ята.
33 сырхауҙың хәле һаман ауыр, 12-һе – яһалма һулыш аппаратында. 669 ауырыу сирҙе еңел үткәрә һәм өйөндә дауалана.
Республикала COVID-19-ҙы йоҡтороуҙың раҫланған осраҡтары йәмғеһе – 1874 (тәүлек эсендә 90 яңы ауырыу өҫтәлгән). Барлығы 580 кеше, сәләмәтләнеп, өйөнә ҡайтҡан (һуңғы тәүлектә һауығыусылар – 56).
Элеккесә, коронавирус менән ауырыусыларҙың иң күбе – Өфө дауаханаларында. БДМУ клиникаһында – 90, 18-се дауаханала – 75, 8-се һәм 5-се дауаханаларҙа шул нисбәттә 35 һәм 30 сырхау дауалана. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында – 25, Дим биҫтәһендәге клиникала –18, Өфө йоғошло сирҙәр дауаханаһында – 12, 13-сө клиникала 7 ауырыу дауа ала.
Салауат ҡалаһы дауаханаһында – 21, Стәрлетамаҡтың 4-се ҡала дауаханаһында һәм Шишмә район дауаханаһында 19-ар ауырыу COVID-19-ға ҡаршы дауаланыу курсы үтә.
Белорет район дауаханаһында – 16, Үрге Тәтешле һәм Бәләбәй район дауаханаларында – 14-әр, Октябрьскийҙағы 1-се ҡала дауаханаһында һәм Туймазы район дауаханаһында – 13-әр, Бөрө район дауаханаһында – 12, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһында 11 сирле яңы вирусҡа ҡаршы алыша.
Республиканың башҡа дауаханаларында иһә коронавирустан дауаланыусылар унарҙан артмай.